ЫУМАС, башҡорт аш‑һыуында традицион аҙыҡ. Йомортҡаға, ҡайһы берҙә бер аҙ һыу ҡушып баҫылған сөсө ҡамырҙан эшләнә. Ҡамырҙы ҡул м‑н ыуалар, ыуып яһалған бәләкәй төйөрҙәрҙе һөтлө ашҡа, балтырған ашына, өйрәгә һалалар. Ҡыҫыр ашты ҡатыҡ, ҡорот, май йәки ҡаймаҡ м‑н табынға бирәләр. Башҡортостандың көньяғында ыумасты боламыҡҡа ҡушалар. Тажик, татар, үзбәк, уйғыр һ.б. халыҡтарҙың аш‑һыуында таралған.

Э.В.Миһранова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина