ЫУАНЫШ (маныш), башҡорттарҙың Түб. Ағиҙел төркөмө составына ингән башҡорт ҡәбиләһе. Тамғалары теркәлмәгән. Этник яҡтан төрки ҡәбиләләрҙең көслө йоғонтоһон кисергән фин‑уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ыуаныш” терминына оҡшаш удмурт топонимдары осрай. 17—18 бб. Тере Танып й. уң ярын биләй, гәрә, ирәкте, таҙ, уран ырыу­ҙары м‑н күрше була. 18 б. уртаһында (П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са) аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Уҫы даруғаһының Ыуаныш улусын тәшкил итә, һуңынан рәсми документтарҙа Ы. ҡәбиләһе теркәлмәгән. Хәҙер ҡәбилә биләгән терр‑я Борай р‑нына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин