ЫҪТАМҒОЛ, Учалы р‑нындағы ауыл, Уральск а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 45 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 430 кеше; 1920 — 547; 1939 — 454; 1959 — 408; 1989 — 297; 2002 — 318; 2010 — 278 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1737 й. алып билдәле. Улус старшинаһы Ыҫтамғол Юлдашев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ҡыштау исеме аҫтында билдәле булған; А(И)сламғол булараҡ теркәлгән. 1795 й. 11 йортта 82 кеше йәшәгән, 1866 й. 61 йортта — 336 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов