ЫҪЛЫҠ, традицион хужалыҡ ҡаралтыһы, тире, күн, тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағын төтөндә сыныҡтырыу, ит ыҫлау өсөн махсус бина. Башлыса ҡайындан, уҫаҡтан, ҡарағайҙан төҙөлгән. Тәүҙә башҡорттар йәйләүҙә ябай Ы. ҡорған, ул ҡабыҡ м‑н ябылған соҡорҙан торған: төбөндә сөрөк төтәткәндәр, өҫтөнә һалынған һайғауҙарға тирене тарттырып ҡуйғандар. Ултыраҡ тормошҡа күскәндән һуң, конструкцияһы ҡатмарлы булған Ы. төҙөй башлайҙар: балсыҡ м‑н һыланған, ҡабыҡ, таҡта, һайғау һалынған ике соҡорҙо ҙур булмаған улаҡ ярҙамында тоташтырғандар, уның аша ут яғылған һәм өҙлөкһөҙ төтәп торған беренсе соҡорҙан икенсеһенә төтөн ағылған. Традицион Ы. төп бинаһы ергә соҡоп ултыртылған буранан торған, ул төтөн торбаһы м‑н (ҡайһы берҙә улар икәү булған) бәләкәй соҡорға (һирәгерәк буралы) тоташтырылған. Ы. түбәһен бүрәнә, һайғау, таҡта, ҡабыҡ м‑н япҡандар, бәләкәй ишек ҡуйғандар, ыҫлау барышында уны кейеҙ м‑н ҡаплағандар. Ы. эсендә һайғау­ҙарға тире, күн, күндән эшләнгән һауыттар урынлаштырылған. Бындай ҡаралтылар күп төрки һәм монгол халыҡтарында булған.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина