ЫҪЛАҠБАШ УРТА МӘКТӘБЕ, Бәләбәй р‑нында урынлашҡан. 1891 й. 1 класлы мәктәп булараҡ асыла, 1905 й. башлап 2 класлы башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑сыуаш), 1918 й. — 2‑се баҫҡыс, 1932 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1954 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, тамаша һәм спорт залдары, китапханаһы, уҡыу оҫтаханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, хеҙмәт кабинеты, мәктәп яны участкаһы, гаражы, автомашинаһы бар. Урта мәктәпте 2 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2008), улар араһында К.В.Иванов, Н.С.Павлов, Я.Ухсай.

О.В.Иванова, Г.Г.Макаров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина