ЫҪЛАҠБАШ, С л а к п у с, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Ыҫлаҡбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Глуховская т. юл ст. К.‑Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Ҡорһаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1610 кеше; 1920 — 1989; 1939 — 1498; 1959 — 973; 1989 — 502; 2002 — 550; 2010 — 551 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ыҫлаҡбаш урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, Иванов К. йорт‑музейы, Я.Ухсайҙың йорт‑музейы бар.

Ауылға 1730 й. Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан губернаһы Чебоксар өйәҙенең Кавали и Эльми аа. яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. 1759 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп урынлаша. 1865 й. 178 йортта 1006 кеше йәшәгән. Игенселек, тегеү эше м‑н шөғөлләнгәндәр. 6 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, ҡатын‑ҡыҙҙар уч‑щеһы, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, мануфактура, бакалея, шарап һәм һыра кибеттәре, 4 һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. К.В.Иванов, Н.С.Павлов, Ухсай ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов