ЫҪЛАҠ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Йәрми а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 237 кеше; 1959 — 204; 1989 — 112; 2002 — 122; 2010 — 111 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Благовар р‑ны Баштирмә а. кешеләре нигеҙ һала. Р.Р.Мөлөков ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов