ЫРЫУ‑ҠӘБИЛӘ БЕРЛӘШМӘҺЕ, эре ҡәбилә тирәләй берләшкән туғандаш, ш. уҡ төрлө этник сығышлы ҡәбиләләр һәм ырыуҙар төркөмө. Башҡорттарҙа Ы.‑ҡ.б. Башҡортостан­дың Рус дәүләтенә ҡушылыуына тиклем төрлө тарихи‑сәйәси [башҡа ҡәбиләләр һәм халыҡтар сапҡынынан бергәләп һаҡланыу, абруйлы етәксе (ҡара: Майҡы бей) власы аҫтында берләшеү һ.б.] факторҙарға бәйле барлыҡҡа килә. 18 б. тиклем Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығыш һәм үҙәк райондарының бер өлөшө ҡәбиләләре ингән әйле, ҡатай, табын Ы.‑ҡ.б. һаҡланған. Шулай уҡ төрлө тарихи сығанаҡтарҙа крайҙың көньяҡ‑көнсығыш һәм көнбайыш райондарындағы башҡорт ырыуҙары берләшмәләре телгә алына. Башҡорт Ы.‑ҡ.б. т‑да мәғлүмәттәр шәжәрәләрҙә һәм фольклор ҡомартҡыларында (“Бабсаҡ менән Күсәк”) һ.б. бар.

Р.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин