БАЙМАТОВ Валерий Нурмөхәмәт улы (29.6.1951, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Күмертау ҡсб, хәҙ. Күмертау ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (1995 й. алып анатомия, гистология һәм патология каф. мөдире). 2004 й. башлап К.И.Скрябин ис. Мәскәү ветеринар мед. һәм биотехнология акад. патологик физиол. каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре продукция биреүсе малдарҙың бауыр, нервы системаһы һәм матдәләр алмашыныуы ауырыуҙарын, экологик яҡтан насар шарттарҙа төрлө хайуандар организмының морфофункциональ хәленә ҡуҙғытҡыстарҙың тәьҫирен өйрәнеүгә арналған. Б. хайуандарҙың ашҡаҙан һәм эсәк патологияһын дауалау өсөн дарыу препараттарын уйлап таба. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Гепатозы продуктивных животных и их профилактика. Уфа, 1990; Морфологические и биохимические изменения в организме животных и человека при патологии печени. М., 1998 (авторҙ.); Регуляция обмена веществ у животных в норме и патологии. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика