ЫРЫМБУР ХӘРБИ ПРОГИМНАЗИЯҺЫ, дөйөм белем биргән уҡыу йорто. 1868 й. үҫмерҙәрҙе юнкерҙар уч‑щеларына һ.б. хәрби мәктәптәргә инеү өсөн әҙерләү маҡсатында башланғыс хәрби мәктәп нигеҙендә асыла. Хәрби министрлыҡ ҡарамағында тора. Уҡыу түләүле була (йылына 218—260 һум). Башлыса дворяндарҙың һәм хәрби хеҙм‑рҙәрҙең балалары ҡабул ителә. Уҡыу курсы — 4 йыл. Уҡыу программаһына алгебра, Алла Ҡануны, арифметика, география, геометрия, рәсем, таҙа яҙыу, тарих, тәбиғәт белеме, урыҫ теле һ.б. инә. Ы.х.п. эргәһендә көнсығыш телдәренән тәржемәселәр әҙерләү бүлеге эшләй (1874 й. тиклем). 1881 й. 300 кеше уҡыған. 1887 й. 2‑се кадет корпусына үҙгәртелә.

М.Н.Фәрхшатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина