“ЫРЫМБУР ТОПОГРАФИЯҺЫ”, “Ырымбур топографияһы, йәғни Ырымбур губернаһын ентекле тасуирлау”, П.И.Рычков монографияһы. 1762 й. “Ежемесячные сочинения к пользе и увеселению служащие” (“Хеҙмәткәрҙәр файҙаһына һәм күңел асыуына айлыҡ әҫәрҙәр”) ж. баҫыла, айырым китап булып сыға; 1887 й., 1949 й., 1999 й., нем. телендә — 1771—73 йй., 1772 й., 1983 й. яңынан нәшер ителә. Ырымбур экспедицияһы (1734—44), ревизиялар материалдарына, 1734—54 йй. Ырымбур губерна канцелярияһы һ.б. урындағы учреждениелар документтарына нигеҙләнгән. Хеҙмәт геодезист И.Красильников тарафынан әҙерләнгән Ырымбур губернаһы атласының 12 картаһына [«Красильниковтың “Ландкарталары” һәм Рычковтың “Топография”һына ярашлы сиктәш ерҙәре менән Ырымбур губернаһы, 1755» («Оренбургская губерния с прилежащими к ней местами по “Ландкартам” Красильникова и “Топографии” Рычкова, 1755», 1880] комментарий булып тора. 2 өлөштән тора. 6 бүлекте үҙ эсенә алған 1‑се өлөштә Ырымбур губ. дөйөм тасуирлама (терр., адм. ҡоролошо, тәбиғәт ресурстары, археологик ҡомартҡылары), башҡорттарҙың (башҡорт улустарының табл. килтерелә), ҡалмыҡтарҙың, ҡаҙаҡтарҙың, урыҫтарҙың килеп сығышы, тарихы, хужалығы, көнкүреше, таралып ултырған урындары т‑да мәғлүмәт һ.б. бирелә. 1738—54 йй. сауҙа йыйымы һәм таможня пошлинаһы табл., сауҙагәрҙәр һаны, Азия һәм Рәсәй тауарҙары күләме т‑да статистик мәғлүмәттәр килтерелә. 3 бүлектән торған 2‑се өлөшөндә Ырымбур губ. провинцияларының тарихи‑геогр. тасуирламаһы, халҡының һаны һәм шөғөлө, юлдар бәйләнеше, тау з‑дтары, ҡәлғәләр, Илек тоҙ сығарыу кәсептәре, ҡалалар, ш. иҫ. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына тиклем Өфө тарихы һ.б., т‑да мәғлүмәттәр бирелә. Рычковтың монографияһы Рәсәйҙә Баш­ҡортостанды, Көнбайыш Ҡаҙағстанды, Әстерхан, Волгоград, Ҡурған өлкәләрен, Ырымбур өлкәһен, Силәбе өлкәһен тәүге комплекслы иҡт.‑геогр. өйрәнеү була.

Әҙәб.: М и л ь к о в Ф.Н. П.И.Рычков: жизнь и географические труды. М., 1953.

И.В.Күсемов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев