ЫРЫМБУР СИК БУЙЫ КОМИССИЯҺЫ, 1774 й. дек. П.И.Панин инициативаһы м‑н Ырымбур губерна канцелярияһы ҡарамағында Ырымбур башҡа диндәгеләр һәм сик буйы эштәре экспедицияһы булараҡ ойошторола, 1782 й. ғин. алып Ырымбур сик буйы экспедицияһы, 1799 й. мартынан Ы.с.б.к. Ырымбурҙа урынлашҡан. Туранан‑тура Ырымбур хәрби губернаторына, 1782 й. алып уның аша Сит ил эштәре министрлығының Азия департаментына буйһона. Адм. һәм суд функцияларын башҡара. Тәүҙә ҡаҙаҡтар м‑н сик буйы халҡының (башҡорттар, Ырымбур һәм Яйыҡ казактары һ.б.) ер б‑са бәхәстәрен хәл итеү, барымтаны бөтөрөү, Ырымбур сик һыҙығында ҡаҙаҡтар тарафынан әсир алынғандарҙы азат итеү; Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусылар эштәре б‑са суд‑тәфтиш тикшереүе үткәреү; власҡа буйһонмаған кешеләрҙе асыҡлау м‑н шөғөлләнә. Ы.с.б.к. Урта Азия төбәгендә һәм Көнсығыш илдәрендә разведка алып бара, сауҙа һ.б. бәйләнештәр өсөн Урта Азия дәүләттәре т‑да мәғлүмәт йыя. 1799 й. алып сик буйы ерҙәренә идара итеү б‑са башҡарма һәм күрһәтмә биреү органы бурыстарын башҡара, губерна идараһы һәм ҡаҙна, дәүләт милке, енәйәт суды палаталары хоҡуҡтары һәм бурыстары була. Комиссия Башҡортостан, Ҡаҙағстан һәм Урта Азияның географияһы, тарихы, иҡтисады һәм этнографияһы б‑са материалдар йыйыу һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Ы.с.б.к. ғалимдар В.В.Григорьев, В.И.Даль, А.И.Левшин, П.И.Рычков һ.б. эшләй. 1859 й. Ырымбур ҡаҙаҡтарының өлкә идараһы ойошторолғандан һуң, Ы.с.б.к. бөтөрөлә. Ы.с.б.к. рәйестәре: Н.А.Ладыженский (1782 й. алып), Я.М.Зенбулатов (1783 й. алып), И.А.Трейден (1791 й. алып), Н.П.Лебедев (1798 й. алып), Борщёв (1802—04), А.Тарарыкин (1805 й. алып), Веселицкий (1817 й. алып), В. Тимковский (1820 й. алып), Траскин (1822 й. алып), Г.Ф.Генс (1825 й. алып), М.Ладыженский (1844 й. алып), В.В.Григорьев (1853—59).

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин