ЫРЫМБУР СИК БУЙЫ БАТАЛЬОНДАРЫ, 1784 й. императрица Екатерина II указы м‑н 1—6‑сы Ырымбур ялан батальондары булараҡ ойошторола, 1796 й. Бутырск, Рыльск, Өфө мушкетёр полктарына үҙгәртелә; 1804 й. алып Ырымбур сик буйы гарнизон батальондары, 1829 й. — Ы.с.б.б., 1867 й. башлап Төркөстан сик буйы батальондары. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итеүгә тәғәйенләнгән. Батальондар Ырымбур инспекцияһы һәм Ырымбур айырым корпусы составына ингән. Ы.с.б.б. бер өлөшө Хиуа походында (1839—40) һәм Коканд походтарында (1852, 1853) ҡатнашҡан.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин