ЫРЫМБУР ПРОВИНЦИЯҺЫ, 1744 й. Ырымбур губернаһы составында ойошторола. Провинцияға Өфө провинцияһының көньяҡ өлөшө, һуңыраҡ Яйыҡ казак ғәскәре терр‑яһы инә. Көнбайышта — Әстерхан губ., төньяҡ‑көнбайышта — Ставрополь провинцияһы, төньяҡта һәм төньяҡ‑көнсығышта — Өфө провинцияһы, көнсығышта һәм көньяҡта — ҡаҙаҡ йөҙҙәре м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Ырымбур губернаторына буйһонған Ырымбур губерна канцелярияһы етәкселек итә. 18 б. 2‑се ярт. Ы.п. округы м‑н Ырымбур, Берда биҫтәһе, ҡарамағындағы торама пункттары м‑н Бөгөлмә биҫтәһе, Гурьев ҡаласығы, Йылайыр ҡәлғәһе, Илек Һағы ҡәлғәһе, Һаҡмар ҡаласығы, Сәйет посады (ҡара: Сәйет биҫтәһе), Яйыҡ казак ғәскәренең станицалары һәм форпостары м‑н Яйыҡ ҡаласығы инә. Башҡорт ихтилалы (1755—56) барышында Ы.п. составында Өфө провинцияһының Бошман‑Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ, Сәңкем‑Ҡыпсаҡ, Тамъян, Түңгәүер, Үҫәргән, Һыуын‑Ҡыпсаҡ башҡорт улустарынан айырым дистрикт ойошторорға ынтылыш яһала. Провинция 1781 й. бөтөрөлә, терр‑яһы Быҙаулыҡ өйәҙе һәм Ырымбур өйәҙе составына инә.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин