ЫРЫМБУР МОСОЛМАН ДИНИӘ НАЗАРАТЫ, дәүләт дини учреждениеһы. Императрица Екатерина II указы (1788 й. 22 сент.) б‑са Өфө мосолман ҡануны диниә назараты (1796 й. алып Ырымбур) булараҡ ойошторола, 1846 й. башлап Ы.м.д.н. 1917 й. майында 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында исеме Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратына үҙгәртелә (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты). 1789 й. 4 дек. Өфөлә асыла (1796—1802 йй. Ырымбур ҡ. урынлашҡан). Мосолман руханиҙарын тикшереү һәм мосолмандар араһында дәүләт сәйәсәте үткәргәндә рәсми ислам ин‑ттарын файҙаланыу маҡ­сатында ойошторола. 1789 й. алып Ы.м.д.н. вәкәләттәре Өфө наместниклығында, 1796 й. — Ырымбур губернаһында, һуңыраҡ Рәсәй һәм Себерҙең Европа өлөшөндә тормошҡа ашырыла. Ы.м.д.н. дини судтың юғары инстанцияһы булып тора, ҡарарҙар ҡабул иткәндә шәриғәткә һәм Рәсәй ҡануниәтенә таянып эш итә. Урындағы хакимиәт һәм Төрлө сит ил диндәренең дин эштәре баш идаралығы (1810 й. алып), ЭЭМ‑дың Сит ил диндәренең дин эштәре департаменты (1832 й. алып) ҡарамағында була.

Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: мөҙәрис, мөғәллим (уҡытыусы) һ.б. вазифаларға дәғүә итеүселәрҙе һынау, мәсеттәр төҙөү һәм ремонтлау, ваҡыфҡа, мәктәптәр, мәҙрәсәләр эш­мәкәрлегенә, метрика кенәгәләре алып барыуға контроль яһау һ.б.

Ы.м.д.н. мөфтөй һәм 3 ҡазый етәкселек итә; уның 16 ағзаһы дәүләт хеҙм‑рҙәре була, улар тарафынан 9190 эш ҡарала һәм 7790 документ төҙөлә (1902). 1912 й. Ы.м.д.н. ҡарамағындағы 32 губернала 5771 мәхәллә, 12341 дин әһеле, 4,5 млн мәхәллә кешеһе иҫәпләнә. Матбуғат органы — “Мәғлүмәт мәхкәмәи шәрғиә әл‑Ырынбургиә” журналы.

Мөфтөйҙәре: М.Хөсәйенов (1788 й. алып), Ғ.Ғәбдрәхимов (1825 й. алып), Ғ.Сөләймәнов (1840—62), С.Ш.Тәвкилев (1865 й. алып), М.Солтанов (1886 й. алып), М.А.Баязитов (1915—17).

Д.Д.Азаматов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина