“ЫРЫМБУР ҠАЛАҺЫНА ӨҪТӨНЛӨК”, Ырымбурҙың урынын, исемен билдәләгән һәм уның халҡына айырым хоҡуҡтар, сауҙа‑хужалыҡ льготалары биргән документ. Сенаттың обер‑секретары И.К.Кириловтың тәҡдиме м‑н 1734 й. 7 июнендә императрица Анна Иоанновна тарафынан ҡул ҡуйылған. 20 пункттан тора. Документҡа ярашлы, Ырымбурҙа йәшәүгә хоҡуҡты сауҙагәрҙәр, мастеровойҙар, разночинецтар, Европа сауҙагәрҙәре һәм рәссамдар, башҡорттар, ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар, ҡалмыҡтар, гректар, әрмәндәр, фарсылар һ.б. алған; уларға ихата һәм хужалыҡ биналары өсөн — ер, ҡаланан иркен сығыу, 3 йыл (1736 й. алып 9 йыл) пошлинаһыҙ сауҙа һәм һөнәрселек м‑н шөғөлләнеү, дин тотоуҙы һайлау хоҡуғы һ.б. бирелгән. Дәүләт хеҙмәтенән ҡасҡандарға, крәҫтиәндәргә һәм һалым түләгән ҡатлам (крәҫтиәндәр, мещандар) вәкилдәренә йәшәү тыйылған. Ҡала м‑н идара итеү магистратҡа, уға 3 бургомистр һәм 6 ратсгер (һайланма вазифалар) ингән, һәм ҡала судына тапшырылған. Магистрат ҡала кешеләренә һалым һалыу, милеккә эйә булыу һәм ҡала хужалығын алып барыу хоҡуғын алған; уның эшмәкәрлеген күҙәтеү губернаторға йөкмәтелгән. Суд эштәре урыҫ һ.б. телдәрҙә ҡалала йәшәгән бөтә халыҡтың хоҡуҡтарын һәм йолаларын үтәп алып барылырға тейеш булған. Указдар (1736 й. 11 февр.) м‑н “Ы.ҡ.ө.” бөтөрөлгән.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев