ЫРЫМБУР ҠАҘНА ПАЛАТАҺЫ, финанс учреждениеһы. 1782 й. Өфө наместниклығында императрица Екатерина II 1775 й. 7 нояб. указы м‑н Торлаҡ төҙөү эштәре һәм Император Ғали йәнәптәренең ҡаҙна килемдәренә идара итеү палатаһы булараҡ ойошторола, 1797 й. алып Ы.ҡ.п. Наместниклыҡҡа идара итеүсенең поручигы, 1797 й. башлап вице‑губернатор, 1845 й. — рәйес етәкселек итә. Палата составына экономия (өй эштәрен алып барыу) дир., советник, губерна ҡаҙнасыһы, 2 асессор инә. Камер‑ һәм Ревизия коллегияларына, 1802 й. алып финанс министрлығына буйһона. Ы.ҡ.п. ҡарамағында өйәҙ ҡаҙнасылыҡтары була. Ы.ҡ.п. эшмәкәрлеге 7 экспедиция тарафынан алып барылған, уларҙың бурыстарына губернала тор­лаҡ төҙөү һәм ҡаҙна эштәрен, дәүләт, батша һарайы һәм иҡт. крәҫтиәндәр эштәрен, халыҡ иҫәбе б‑са исемлектәр, рәүиз мәғлүмәттәре алып барыу, иҫәп‑хисапҡа ревизия үткәреү, аҡса килемдәре һәм сығымдарын иҫәпкә алыу, тоҙ эштәре, шарап һатыуға рөхсәт биреүҙе күҙәтеү, дәүләт һәм йәмәғәт биналарын ҡарау, ҡаҙна килемдәрен йыйыу (ҡара: Һалымдар) ингән. Тәр­тип боҙоу осраҡтары булғанда палата эште судҡа тапшырған. 18 б. аҙ. — 19 б. башында экспедициялар бүлектәр м‑н алмаштырылған. Даими рәүештә ваҡытлыса төрлө бүлектәр асылып торған. 1792 й. дәүләт милке бүлеге асыла, һуңынан ул Ы.ҡ.п. ҡарамағынан алына. 19 б. уртаһында палата составына канцелярия, ҡаҙнасылыҡ, контроль, эсемлек һатыу, рәүиз, хужалыҡ бүлектәре инә. 1865 й. губерна Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһына бүленгән ваҡытта Өфө ҡаҙна палатаһы ойошторола. Ы.ҡ.п. 1918 й. бөтөрөлә.

Н.Л.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин