ӘРЕМ (Artemisia), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡ­лыҡтар һәм бәләкәй ярым ҡыуаҡлыҡтар. Башҡортостанда 25‑тән ашыу төрө үҫә. Ғәҙәттә төклө, күп, һирәгерәк бер һәм ике йыллыҡ үләндәр һәм йыуан ағас кеүек тамырлы бәләкәй ярым ҡыуаҡлыҡтар. Һабаҡтары күпселектә күтәрелеүсән, һирәк осраҡта түшәлеүсән, тарбаҡлы, бейеклеге 10—150 см. Япраҡтары сиратлы, теленмә, бөтөн, һирәгерәк шыма ситле. Сәскәләре ваҡ, күркһеҙ, көпшәле, ике енесле; ситкеләре — емешлекле, дискыла — күп һанлы, ике енесле йәки һеркәсле. Тажы 2—5 киртләсле, төҫһөҙ тиерлек, һары, ҡайһы берҙә ҡыҙғылт зәңгәр күк төҫтә. Кәрзинкәләре күп, йыш осраҡта йәйпәк, цилиндр формаһында, һепертке башлы, тәлгәшле, башаҡлы йәки башлы дөйөм сәскәлектәрҙә урынлашҡан. Урама япраҡсалары үлән һымаҡ, ҡалын ҡабыҡлы үләнгә оҡшаған, бер тигеҙ йәки ҡайһы бер төрҙәрҙә тышҡылары эскеләренә ҡарағанда күпкә ҡыҫҡараҡ. Июль—сент. сәскә ата. Емеше — орлоҡса, авг.— окт. башында өлгөрә. Далаларҙа, ҡоро битләүҙәрҙә, үрештәрҙә, ҡалдау һәм ташландыҡ ерҙәрҙә үҫә. Алмаштырыусан Ә., ҡая Ә., Сиверс Ә. ш. уҡ тоҙло болондарҙа, ефәк Ә., Лессинг Ә., һалҡын Ә. ташлы битләүҙәрҙә, аҡ Ә., йәки тархун, киңъяпраҡ Ә., понт Ә. асыҡ урмандарҙа һәм уларҙың ситендә осрай. Бөтә ерҙә лә үҫә, селитралы Ә., теленмә Ә. һәм ҡайһы бер төрҙәре башлыса БР‑ҙың көньяҡ райондарында таралған. Декоратив үҫемлектәр (дауалы Ә., һал­ҡын Ә. һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (ефәк Ә., Лерх Ә. һ.б.), дарыу һәм һитәле үҫемлектәр (әсе Ә., ябай Ә.), рудераль үҫемлектәр (австрий Ә., дауалы Ә., Сиверс Ә., әсе Ә. һ.б.). Составында кумариндар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла, аҡ Ә., понт Ә. — хуш еҫле үҫемлектәр. Аҙсәскә Ә. һәм реликт булған баргузин Ә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, тоҙут Ә. БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова