ӘПТЕК, Ишембай р‑нындағы ауыл, Урман‑Бишҡаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 23 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урын­лашҡан. Халҡы: 1906 й. — 694 кеше; 1920 — 857; 1939 — 708; 1959 — 646; 1989—292;2002— 295; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһыныңЮрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып Әптүк исеме м‑н билдәле. 1795 й. 32 йортта 191 кеше йәшәгән, 1865 й. 96 йортта — 503 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, тәгәрмәс, туғын һәм сана эшләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған; шөғөлдәр араһында урман кәсебе, септә һуғыу теркәлгән.

Р.Н.Ҡотошов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев