ӘҢГӘСӘК УРТА МӘКТӘБЕ, Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан. 1880 й. Анастасьино (Әңгәсәк) 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс Әңгә­сәк мәктәбе,1931 й.—тулы булмаған урта мәктәп, 1941 й. хәҙ. статусын ала. Тамаша, 2 спорт залы, китапханаһы, компьютер класы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, уҡытыу‑тәж. участкаһы бар. 1953 й. башлап мәктәпте 1,2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012).

Р.Б.Кәримов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина