ӘНЙӘК, Дыуан р‑нындағы ауыл, Рухтин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 13 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 682 кеше; 1920 – 1152; 1939 – 581; 1959 – 484; 1989 – 355; 2002 – 371; 2010 – 382 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1798 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ улустың Мәсәғүт а. урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1859 й. 326 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1914 й. бында Көнбайыш Украинанан крәҫтиәндәр күсеп ултырған. 1906 й. земство мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән. А.С.Гордеев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов