БАШКИРСКИЙ ИЗУМРУД, алмағас сорты. 1996 й. Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов, Т.Г.Дёмина (БНИИЗиС) тарафынан Уральское наливное һәм Коричное новое сорттарын һеркәләндереү юлы м-н сығарылған. Киң йомро сатырлы, уртаса бейеклектәге ағас. Үрендеһе нәҙек, һорғолт йәшел төҫтә. Япрағы оҙонса‑овал формаһында, асыҡ йәшел төҫтә, ялтыр. Емешенең ауырлығы 55—60 г, овал формаһында, йәшкелт һары төҫтә. Итсәһе һарғылт, уртаса тығыҙлыҡта, ваҡ ярмалы, һутлы, әскелтем‑сөсө. Сент. башынан өлгөрә, ҡулланыу ваҡыты — окт. алып дек. аҙағына тиклем. Ҡоро матдә миҡдары 16,4%, шәкәр — 10,5%, С витамины — 11,5 мг%. Ҡышҡа сыҙамлылығы юғары, ҡутыр м‑н аҙ зарарлана, 4‑се йылына уңыш бирә. Уртаса уңдырышлылығы 205 ц/га (Кушнаренко тәжрибә‑производство хужалығы, 1996—2000). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 2001 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Т.Г.Дёмина, Г.Ә.Мансуров,  Х.Н.Фазлиәхмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на башкирском языке

Яндекс.Метрика