ӘМИРХАНОВА Наилә Әнүәр ҡыҙы (14.12.1940, Ташкент), электрохимик. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1987). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1982). Ә.Х. Әмирхановтыңҡыҙы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1962). 1965 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй (1986 й. башлап дөйөм химия каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге электролит эретмәләрендә композицион материалдар (металдар нигеҙендә) һәм иретмәләрҙең юғары тиҙлектә анодта иреү кинетикаһын һәм механизмын тикшереү, ҡорос, титан наноматериалдарҙың, бакыр, вольфрам нигеҙендәге ультра ваҡ материалдарҙың коррозион үҙсәнлектәрен өйрәнеү м‑н бәйле. Ә. тарафынан металл һәм иретмәләрҙе электрохимик, электроплазма м‑н аныҡ эшкәртеү процестары технологияһы эшләнә, улар Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, РФ‑тың машиналар һәм моторҙар эшләү пр‑тиеларында (Калуга, Мәскәү, Пермь, Һамар, Һарытау ҡҡ.) индерелә. 420‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Особенности высокоскоростного анодного растворения никельхромовых сплавов. Уфа, 2002 (авторҙ.); Прецизионная электрохимическая обработка импульсным током. Уфа, 2003 (авторҙ.); Коррозионные свойства и повышение коррозионной стойкости объёмных наноструктурных материалов в сравнении с крупнокристаллическими. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов