ӘМИРХАНОВА Ғәлиәбаныу (Миңлеғаян) Мосараф ҡыҙы [5.7.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Талбазы а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны)—13.8.2014, Салауат ҡ.], актриса. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1979). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1953; К.Ф. Ғәҙелшин курсы). 1949—84 йй. Салауат башҡорт драма театры актрисаһы. Ғәлиәбаныу (М.Фәйзиҙеңш. уҡ исемле пьесаһы; 1953) ролендәге дебюты ижадының лирик‑драматик йүнәлешен һәм сәхнә исемен билдәләгән. Төп ролдәре: Яланбикә (Һ.Л.Дәүләтшинаның“Ырғыҙ” романы б‑са Л.В.Вәлиевтеңш. уҡ исемле спектакле), Бибисара (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов), Ғайнаул (“Таш­ҡындар”, Т.Ғиззәт), Әсә (“Ҡанлы туй”, Ф.Гарсия Лорка). Ә. тарафынан ижад ителгән Харасова (“Ун өсөнсө председатель”, А.Х.Абдуллин), Тәңкәбикә (“Ай тотолған төндә”) һ.б. образдары тәрән драматизм м‑н һуғарылған. Бөтә Рәсәй театр сәнғәте смотры дипломанты (Мәскәү, 1967).

Әҙәб.: С а б и т о в М.А. Йылдар үрҙәргә юллата. Салауат башҡорт дәүләт драма театры: очерктар. Өфө, 1993.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова