ЫРЫМБУР КАДЕТ КОРПУСЫ, 1887 й. Ырымбур хәрби прогимназияһы базаһында 2‑се Ы.к.к. булараҡ ойошторола. 3 ротанан һәм әҙерлек класынан торған. Башлыса Төркөстан хәрби округында хеҙмәткә офицерҙар әҙерләгән. Хәрби һәм строевой әҙерлектән тыш, дөйөм белем биреү предметтары уҡытылған. 1894 й. беренсе сығарылыш була. 1918 й. июлендә Ы.к.к. үҙенән‑үҙе тарала, 1919 й. ғин. ҡалған кадеттар Иркутск кадет корпусына күсерелә. Корпус нач.: ген.‑майорҙар И.А.Боголюбов (1887—91), М.Е.Дерюгин (1891—99), Н.А. Линевич (1899— 1902),В.Н.Григоров (1902—11), А.К.Әхмәтов (1911—18).

Әҙәб.: Д е р ю г и н М.Е. Второй Оренбургский кадетский корпус (1887—1894) в ряду других военно‑учебных заведений. СПб., 1894.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова, М.Н.Фәрхшатов

Тәрж. М.Х.Хужин