ӘМИРХАНОВ Әнүәр Хәбибулла улы (25.1.1912, Һамар губ. Быҙаулыҡ ҡ. — 3.3.1986, Өфө), химик. БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1937). 1938—41 йй. Урта Азия ун‑тында (Ташкент), 1946 й. алып Ташкент ирригация һәм а.х. механизациялау ин‑тында уҡыта. 1951 й. башлап СССР ФА БФ‑та эшләй, 1954 й. — ӨАИ‑ла уҡыта, 1974—86 йй. Химия ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге газ, тоҙҙарҙың эреүсәнлек проблемаларын өйрәнеү һәм күп компонентлы һыу‑тоҙ системалары эреүсәнлегенең теоретик диаграммаларын төҙөү м‑н бәйле. Ә. тарафынан Генри константаһының физик мәғәнәһе асылған. Уның ҡатнашлығында юғары һөҙөмтәле “Пластобит 2М” изоляция ҡаплауы эшләнгән һәм уны магистраль үткәргес торбаларға яғыу технологияһы ил пр‑тиеларында индерелгән. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1983). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.Ә.Әмирханова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов