ЫРЫМБУР ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75) осоронда Рәсәйҙәге тәфтиш һәм суд учреждениеһы. Императрица Екатерина II 1774 й. 16 апр. указы м‑н Ҡазан йәшерен комиссияһына өҫтәмә тәфтиш органы булараҡ ойошторола. Ы.й.к. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы ҡарамағында булған, һорау алыу һәм хөкөм ҡарары протоколдары императрицаға ебәрелгән. Комиссия ихтилалда ҡатнашыусыларҙан һорау алыу, улар өҫтөнән суд ойоштороу м‑н шөғөлләнгән. 2442 ихтилалда ҡатнашыусы эше, ш. иҫ. Әбдрәшит Айытов,П.З.Билдин, А.П. Перфильев, А.Т.Соколов, М.Г.Шигаев эштәре, ҡарала. Комиссия ҡарары б‑са 4 кеше язалап үлтерелә, 621 кеше тән язаһына хөкөм ителә, ҡалғандары иреккә сығарыла. Тәфтиш башланғанға тиклем һаҡ аҫтында аслыҡтан, төрлө ауырыу һәм язаларҙан 600‑гә яҡын баш күтәреүсе һәләк була. Августа Ы.й.к. ҡарамағында Яйыҡ йәшерен комиссияһы ойошторола. Сентябрҙә Ы.й.к. эшмәкәрлеге туҡтатыла. Етәкселәре: И.А.Рейнсдорп (майҙан), генерал‑майор П.С.Потёмкин (11 июндән).

Әҙәб.: О в ч и н н и к о в Р.В. Следствие и суд над Е.И.Пугачёвым и его сподвижниками: источниковед. исслед. М., 1995.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин