ӘМИРОВА Людмила Александровна (30.11.1961, Владивосток ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2010). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009), РФ‑тың почётлы мәғариф өлкәһе хеҙм‑ре (2017). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Орск ҡ. 15‑се урта мәктәбендә, 1987 й. алып 32‑се урта мәктәптә, 1990 й. — 119‑сы урта мәктәптә (икеһе лә — Өфө) эшләй. 1995 й. башлап БДПУ‑ла: 2007 й. алып Квалификация күтәреү һәм проф. йәһәттән яңынан әҙерләү ин‑ты дир., 2015 й. — фәнни эштәр б‑са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре шәхестең проф. мобиллеге, социализацияһы, үҙбилдәләнеше проблемаларына һ.б. арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Образование нового столетия: проблемы, технологии и подходы к модернизации. Уфа, 2001 (авторҙ.); Развитие профессиональной мобильности педагога в пространстве его личностной самореализации. Уфа, 2006; Психологическое сопровождение субъектности и мо­бильности личности в условиях образования. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев