ӘМИРОВА Зарема Ҡәнзәфәр ҡыҙы (28.8.1951, Өфө), химик. Биол. ф. д‑ры (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда эшләй (1983 й. башлап лаб. мөдире). 1993 й. алып Башҡ‑н респ. ғилми‑тикшеренеү экология үҙәгендә: фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2010 й. башлап дир.; 2014 й. алып БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитик контроле идаралығында бүлек нач., бер үк ваҡытта 2005 й. башлап БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре полихлорлы бифенилдар, диоксиндар, пестицидтар һ.б. экотоксиканттар м‑н тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуы проблемаларына арналған. Ә. ҡатнашлығында БР, Волга буйы, Арктика, Чечня респ., Себер һ.б. терр‑яларҙа диоксиндарҙың кеше организмындағы, аҙыҡ продукттарындағы һәм тирә‑яҡ мөхиттәге (ҡар ҡатламы, тупраҡ, һыу) күләмен билдәләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Диоксины в окружающей среде, нагрузка на человека и иммунологические аспекты воздействия диоксинов на фоновом уровне и в когортных группах. Уфа, 1998 (авторҙ.); Методы определения диоксинов и родственных соединений и их применение в медицине для оценки последствий на здоровье человека на системном уровне. М., 2010 (авторҙ.); Новые стойкие органические супертоксиканты и их влияние на здоровье человека. М., 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова