БАШКИРСКИЙ 85, һарымһаҡ сорты. 1985 й. М.Х.Ҡыҙрасов тарафынан Йәшелсә хужалығы ҒТИ‑ның (Мытищи ҡ.) Өфө терәк пунктында урындағы популяциянан клонлаштырыу селекцияһы ысулы м‑н сығарылған. Компактлы үҫемлек, япрағының оҙонлоғо 30—35 см, киңлеге 2,0—2,5 см, асыҡ йәшел төҫтә, балауыҙ ҡунығы бар. Һабағының оҙонлоғо 70—80 см, өҫкө бәләкәй һуғанбаштарының (бүлбеләренең) һаны 80—90 бөртөк, 1000 бүлбеһенең ауырлығы 200—220 г. Һуғанбашының ауырлығы 25—32 г, яҫы‑йомро формала, ҡуйы шәмәхә төҫөндә, 4—6 тештән тора. Эфир майҙары миҡдары 0,45 мг%. Сорт ҡышҡа, бәшмәк, бактериаль ауырыуҙарға, нематодаға сыҙамлы. Вегетация осоро 88—90 көн. Уртаса уңдырышлылығы 88ц/ га (Ҡырмыҫҡалы р‑нының В.В.Куйбышев ис. к‑зы, 1977—78). БАССР б‑са 1989 й. ҡулланылышҡа индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

М.Х.Ҡыҙрасов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика