ӘМИРОВА Виктория Радек ҡыҙы (9.10.1963, Өфө), неонатолог, педиатр. Мед. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Респ. кли­ник дауаханаһында эшләй, 1991 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап Өфөнөң 4‑се бала табыу йортонда педиатрия ярҙамы б‑са баш табип урынбаҫары һәм 2017 й. алып БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында штаттан тыш баш неонатолог. Фәнни тикшеренеүҙәре ауырлығы норманан кәм булып тыуған балаларҙың адаптацияһы, уларҙы тәрбиәләп һауыҡтырыу һәм дауалау мәсьәләләренә арналған. Ә. тарафынан яңы тыуған балаларҙа булған бәшмәк ауырыуҙарын дауалауҙың яңы ысулдары практикаға индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Паливизумаб: четыре сезона в России. //Вестник РАМН. 2014. №7—8 (авторҙ.); Характер внутрисемейных отношений в семьях детей дошкольного возраста, родившихся недоношенными //Педиатрия. 2015. №1 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина