ӘМИРОВ Рәсим Зәкәриә улы (28.2. 1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 2.12.1995, Өфө), терапевт. БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1970). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1977). 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлаған (1947). 1952 й. алып Мәскәүҙә: Ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ҒТИ‑нда, 1960 й. башлап Йөрәк‑ҡан тамырҙары хирургияһы ин‑тында, 1964 й. — СССР Мед. ФА‑ның Туҡланыу ҒТИ‑нда, 1985 й. — Бөтә Союз мед. реабилитацияһы һәм физик терапия ғилми үҙәгендә эшләй. 1991 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоуын диагностикалау проблемаларына арналған. Ә. тарафынан йөрәк диполе асимметрияһының яңы концепцияһы тәҡдим ителгән, “Кардиаг” аппараттарында ҡулланылған (Чехия, Япония) йөрәктең электр ҡырын тикшереү ысулы эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Электрокардиотопография. М., 1965; Интегральные топограммы потенциалов сердца. М., 1973.

Р.Р.Тереғолов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина