ӘМИРОВ Рәйеф Ҡәҙим улы (3.11. 1941, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Нажар а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БР‑ҙың атҡ.фән эшмәкәре(1992),РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) 1965 й. тиклем Бөрө һәм Нуриман р‑ндары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1968 й. алып Бөрө пед. ин‑тында, 1974 й. – БДПУ‑ла уҡыта: 1980 й. башлап филол. ф‑ты деканы, 1983–2008 йй. урыҫ әҙәбиәте каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре башҡорт әҙәби публицистикаһыныңһәм уның жанрҙарының формалашыуы тарихына һәм үҫешенә арналған. “Иртәгәгә атлар өсөн” (“Чтобы шагнуть в завтра”; 1982) йыйынтығында Ғ.Ғ.Байбурин, Ә.Х.Вәхитов, Һ.Л. Дәүләтшина, Ф.Ә.Иҫәнғолов, Т.Ә.

Килмөхәмәтов, Р.Ғ.Солтангәрәев, Д.Юлтый әҫәрҙәренең идея‑эстетик үҙенсәлектәре анализланған; Ә.Ҡ. Атнабаевтың, М.Кәримдең, Ғ.Б. Хөсәйеновтың, Ә.Хәкимдеңижади портреттары бирелгән. ТР‑ҙың Ҡол Ғәли ис. халыҡ‑ара (1998), Я.Ялкайн ис. (2012) пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Летопись современности. Уфа, 1987; На стремнине. Уфа, 1988; Лейтенантская проза в творчестве А.Хакимова о войне. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов