ӘМИРОВ Мөбәрәкйән Васфи улы [3.7.1886, Өфө губ. Бөрө өйәҙе (БР‑ҙың Борай р‑ны) Борай а. — 7.3.1968, Өфө], китапханасы, библиограф. “Ғосмания” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1906) Мосолман хәйриә йәмғиәтенең Өфө приютында, 1907 й. алып Иркутск губ. ауыл мәктәптәрендә уҡыта. 1911 й. башлап Өфөлә “Шәреҡ” нәшриәте корректоры һәм тәржемәсеһе, бер үк ваҡытта “Ваҡыт” гәз. хәбәрсеһе, 1912 й. алып Өфө губ. земство башҡармаһы эргәһендәге китапхана, 1913 й. — Борайҙа китапхана мөдире, 1917—22 йй. Бөрө татар‑башҡорт китапханаһы мөдире, 1923 й. башлап Өфөлә Башҡорт дәүләт йәмәғәт китапханаһы мөдире. 1928—58 йй. БАССР Дәүләт китап палатаһының беренсе директоры. Бөрө өйәҙенең Ҡыҙылъяр, Никольский‑Тепляк, Салҡаҡ, Тымбай, Үрге Тәтешле аа. земство китапхана­лары асыу инициаторы һәм ойоштороусыһы (1913—16). Ә. Башҡорт дәүләт йәмәғәт китапханаһы хеҙм‑рҙәре м‑н бергә Милли китапхана фондтарының нигеҙен тәшкил иткән һирәк китаптар (Науаи, Низами, Сәғҙи, Фирҙәүси, Н.А.Гурвич, И.И.Лепёхин, С.У.Ремезов, Н.П.Рычков һ.б.), боронғо гәзиттәр һәм журналдар (“Йондоҙ”, “Милләт”, “Тормош”, “Шура” һ.б.) йыйған. Башҡортостан б‑са иҫәп‑теркәү библиографияһына нигеҙ һалған, Ч.Кеттер системаһы б‑са китаптарҙы классификациялауҙың автор таблицаларын яңынан эшләгән һәм башҡорт теленә тәржемә иткән, ауыл китапханалары өсөн 80‑дән ашыу методик ҡулланма төҙөгән. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы делегаты. Тифлиста Бөтә донъя матбуғат күргәҙмәһе эшендә ҡатнашҡан (1932), унда тәүге башҡорт баҫма продукцияһының ҙур коллекцияһы күрһәтелгән.

Х е ҙ м.: Автор таблицалары. Өфө, 1950.

Әҙәб.: Гайсина Р.Х., МаннановМ.А. Храм сокровищ. Уфа, 1996.

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова