ЫРЫМБУР ЕПАРХИЯҺЫ, Ырымбур өлкәһенең үҙәк райондары терр‑яһында урынлашҡан благочинный округтарын һәм монастырҙарын берләштергән Ырымбур митрополияһының сиркәү‑адм. берәмеге. Юғары башҡарма органы — архиерей етәкс. Епархия советы — епархия йыйылышы тарафынан һайлана; адм. бурыстарҙы епархия идаралығы башҡара, уның ҡарамағында православие учреждениелары һәм ойошмалары була.

1799 й. Өфөлә кафедраһы булған Ырымбур һәм Өфө епархияһы итеп ойошторола (ҡара: Өфө епархияһы), 1859 й. епархиянан Ырымбур ҡ. кафедраһы булған Ырымбур һәм Урал епархияһы айырыла, 1908 й. алып Ырымбур һәм Турғай епархияһы. 1937 й. бөтөрөлә. 1945 й. Ы.е. булараҡ тергеҙелә, 2011 й. Ырымбур митрополияһы составына инә. 1859 й. Ы.е. Ырымбур өйәҙенең, Ырымбур казак ғәскәренең һәм Урал казак ғәскәренең, Урал аръяғы һәм Һырдаръя сик һыҙыҡтарының; 1861 й. башлап ш. уҡ Ырымбур губернаһы Верхнеурал, Силәбе һәм Троицк өйәҙҙәренең; 20 б. башында Ырымбур губ., Урал һәм Турғай өлк. православие ведомстволары күсерелә. Епархия составында Силәбе (1908 й. нигеҙләнгән), Ҡустанай (1914), Орск (1923) һәм Боғорослан (1927) викариатлыҡтары була. 1908 й. Урал казак ғәскәре терр‑яһы Һамар губ. тапшырылғандан һуң уның православие ведомстволары Ы.е. Һамар епархияһына бирелә; 1918 й. Силәбе епархияһы айырылып сыға. 1915 й. епархияла 950 сиркәү һәм ғибәҙәт йорто, 798 мәхәллә иҫәпләнә, уларҙа 47 протоиерей, 195 дьякон, 626 псаломсы (ҡара: Православие руханиҙары) хеҙмәт итә. Ырымбур дини семинарияһы, Ырымбур һәм Силәбе дини уч‑щелары, ҡорамдар эргәһендә сиркәү‑мәхәллә мәктәптәре (1883 й. — 9, 1893 — 278) эшләй. “Оренбургские епархиальные ведомости” һәм “Оренбургский церковно‑общественный вестник” (“Ырымбур сиркәү‑йәмғиәт хәбәрҙәре”) ж. сығарыла. 2013 й. Ы.е. 12 благочинный округынан тора, 142 ҡорам, ғибәҙәт йорто һәм часовня, 124 мәхәллә, 1 монастырь, 110‑дан ашыу дин әһеле иҫәпләнә. Ы.е. терр‑яһында Ырымбур дини семинарияһы, Ырымбур епархия дини уч‑щеһы һ.б. эшләй. “Оренбургские епархиальные ведомости” (“Ырымбур епархияһы хәбәрҙәре”) ж. нәшер ителә. Архиерейы — митрополит Валентин (1999 й. алып).

А.И.Конюченко

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина