ӘМИРОВ Марс Басыр улы (2.2. 1939, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Балыҡлы а. — 10.2.2010, Өфө), агроном. А.х.ф.д‑ры (1992), проф. (1995). БАХИ‑ны тамамлағанданһуң (1963) Фёдоровка р‑нының “Ленин юлы” к‑зында өлкән агроном, а.х. идаралығының баш агрономы. 1966—2002 йй. БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре сәсеү әйләнештәренең зона схемаларын, интенсив игенселектәтупраҡтың уңдырышлылығын яңыртыу алымдарын эшләүгә, биологик игенселекте ҡулланыуға арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Научные основы севооборотов для интенсивного земледелия Башкирии. Ульяновск; Уфа, 1991.

М.Ҡ.Харисов

Тәрж. А.Н.Күсеев