“БАЙМАҠ-МЕБЕЛЬ”, мебель етештереү пр‑тиеһы. 1969 й. район сәнәғәт комб‑тының мебель цехы базаһында Баймаҡ мебель ремонтлау һәм эшләү ф‑каһы булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. алып “Мебельщик” ЯСШ, 1996 й. — “Б.-м.” ААЙ, 2004 й. ябыла. Составына (1999) әҙерләү (1969 й. нигеҙләнгән) һәм эшкәртеү-йыйыу (1991) участкалары, йомшаҡ мебель (1990) һәм механика (1991) цехтары ингән. 1999 й. 76 кеше эшләгән; секциялы, йомшаҡ, кухня һ.б. мебелдәр етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, Ҡаҙағстанға сығарылған.

Р.Р.Мырҙабаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика