ӘМИРОВ Ғаян Суфиян улы [23.2. 1916, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бабай а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 1.2.1993, Ташкент],тел белгесе.Филол. ф. д‑ры (1968), проф. (1981). Б.В. һуғышын­да ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) шунда уҡ, 1957 й. алып СССР ФА‑ның Татарстан тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ‑нда эшләй. 1962 й. башлап Омск пед. ин‑тының проректоры, бер үк ваҡытта хәҙ. урыҫ теле каф. мөдире, 1970 й. алып Ҡаҙаҡ пед. ин‑тының хәҙ. урыҫ теле каф. мөдире, 1976 й. — Ҡаҙаҡ ун‑ты (икеһе лә — Алма‑Ата) проф., 1982—88 йй. Ташкент ун‑тының урыҫ теле каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Ғ.Туҡай әҫәрҙәренең тел үҙенсәлектәрен тикшереүгә, урыҫ теле һәм татар теленеңса­ғыштырма грамматикаһына арналған. Урыҫ‑татар (1959), урыҫ‑башҡорт (1964), татар‑урыҫ (1966) һүҙлектәрен төҙөүҙә ҡатнашҡан. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ “Уттар‑һыуҙар кисеп” (1961, татар телендә) һәм “Буйһондоролмаған ер” (“Непокорённая земля”; 1975) автобиографик повестары авторы. Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 3‑сө дәрәжә Богдан Хмельницкий (1944), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Из сопоставительного синтаксиса русского и татарского языков. Казань, 1961; Г.Тукай и русский язык. Казань, 1967; Язык Тукая: лексика и фразеология. Казань, 1969.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов