ЫРЫМБУР ДИНИ СЕМИНАРИЯҺЫ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн урта уҡыу йорто. 1884 й. асыла. Изге Синод аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә семинария идараһы етәкселек итә. Ы.д.с. дини һәм ҡала училищеларын тамамлаусылар ҡабул ителә. Уҡыу курсы — 6 йыл. Уҡыу программаһына Изге китап, Библия тарихы, урыҫ тарихы, урыҫ әҙәбиәте тарихы, грек һәм латин телдәре, математика, физика, дөйөм тарих, логика, психология, философия нигеҙҙәре һәм ҡыҫҡа тарихы, сиркәү тарихы һәм Урыҫ сиркәүе тари­хы, расколды фашлау, литургика, гомилетика, дини тәғлимәт (төп, догматик, сағыштырма һәм әхлаҡи), пастырҙар өсөн ғәмәли ҡулланма, дидактика, сиркәү йырҙары, татар һәм ғәрәп телдәре инә. Рәсем сәнғәте һәм сиркәү музыкаһы б‑са курстар эшләй. Тамамлаусылар араһында билдәле сиркәү тарихсылары И.А.Сперанский, Н.М.Чернавский бар. 1918 й. ябыла, 2009 й. яңынан асыла. Ректорҙары: протоиерей Ф.А. Дмитровский, архимандрит Варлаам; епископ Алексий (2009 й. алып), Валентин (2012 й. алып). 1884—1918 йй. үҙ бинаһында урынлашҡан, бина 1884 й. урыҫ‑византия стилендә төҙөлгән.

Әҙәб.: К о н ю ч е н к о А.И. Становление учебно‑воспитательного процесса в Оренбургской духовной семинарии //Культура Оренбургского казачества. Челябинск, 2007.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина