ӘМИРОВ Артур Фердс улы (19.1. 1958, Өфө), педагог. Пед. ф. д‑ры (2001),проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2014), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Орск ҡ. 43‑сө урта мәктәп уҡытыусыһы. 1989 й. алып БДПИ‑ла уҡыта, 1993 й. — БДМУ‑ның педагогика һәм психология каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре уҡыусы йәштәрҙең проф. һәм хеҙмәт социализацияһына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Активизация личностно‑развивающего потенциала самостоятельной работы студентов вуза как условие развития их субъектной позиции. Самара, 2014 (авторҙ.); Экономическая и трудовая социализация студентов в образовательном процессе технического вуза. Уфа, 2014; Педагогические составляющие деятельности врача. Уфа, 2016 (авторҙ.).

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина