ӘМИР, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Хәлекәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Ҡайҙалы, Бәрҙәшле йй. (Күндерәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1020 кеше; 1920 – 2390; 1939 – 1089; 1959 – 911; 1989 –537; 2002 – 557; 2010 – 483 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1756 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында хеҙмәтле татарҙар һәм типтәрҙәр күсеп ултыра. Шулай уҡ Күндерәк исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 212 йортта 1285 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, 4 һыу тирмәне, 3 тимерлек, 2 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. Р.З.Мерәҫов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов