БАШКИРСКАЯ ОСЕННЯЯ, груша сорты. 1990 й. Р.И.Болотина, Г.Ә.Мансуров (БНИИЗиС) тарафынан Поля һәм Бергамот летний сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарылған. Ағас уртаса бейеклектә, сатыры киң пирамида формаһында. Ботағы олондан йәйенке мөйөш яһап сыға. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, һалынып тора, асыҡ көрән. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, овал формаһында, асыҡ йәшел, ялтыр. Емеше уртаса ҙурлыҡта, ауырлығы 80—90 г, оҙонса, дөрөҫ груша формаһында, йәшкелт һары төҫтә, күпселек өлөшөндә асыҡ ҡыҙыл алһыулыҡ бар. Тиресәһе шыма, майлы, ялтыр. Итсәһе һарғылт аҡ төҫтә, ваҡ ярмалы, уртаса тығыҙлыҡта, һутлы, яҡшы әскелтем‑сөсө тәмле. Сент. башында өлгөрә, ҡулланыу ваҡыты — октябрь. Ҡоро матдә күләме 20,1%, шәкәр — 11,2%, С витамины — 7,0 мг%. Ҡышҡа сыҙамлылығы юғары. Уңдырышлылығы 145 ц/га (Кушнаренко тәжрибә‑производство хужалығы, 2000). БР б‑са 1995 й. ҡулланылышҡа индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Г.Ә.Мансуров

Текст на русском языке

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика