ӘМИНЕВ‑ТАМЪЯНИ Шафиҡ [ысын исеме Әминев Шафиҡ Әмин улы; 1858, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Әбделғәзе а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) – 1931 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1936), БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Яңауыл а. ерләнгән], шағир. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған. Төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрен белгән. Йәш сағында уҡытыусы булып эшләй, ҡаҙаҡтар араһында йәшәй. Ғүмеренең күп өлөшөн тыуған ауылында үткәрә, төрлө кәсептәр м‑н шөғөлләнә. Аҡмулланыңшиғри традицияларын дауам иткән “Кеше ғүмере”, “Урал” шиғырҙар циклы авторы. “Башҡорт бабаларының тарихы” әҫәрендә башҡорттарҙыңгероик үткәне сағылдырылған. Ә.‑Т. ҡулъяҙмалары һәм әҫәрҙәренең күсермәләре ТТӘИ‑нең ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана.

Әҙәб.: М ә р г ә н К., С ө л ә й м ә н о в Ә.М. Шафиҡ Тамъяни шиғырҙары //Әҙәбиәт. Фольклор. Әҙәбиәт мираҫы. 1‑се кит. Өфө, 1975; Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Шафиҡ Әминев әҫәрҙәрен текстологик барлау //Башҡорт әҙәбиәтенең текстологияһы мәсьәләләре. Өфө, 1979.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов