ӘМИНЕВА Флүрә Мирғәли ҡыҙы [5.7.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Сат а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) — 2011, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966).1939й.алып Яңауыл р‑нындағы Ш.Хоҙайбирҙин ис. к‑зда эшләй, 1947 й. —һарыҡ көтөүсеһе, 1968—72 йй. һарыҡс‑ҡ фермаһы мөдире. Был йылдарҙа к‑з юғары үрсем күрһәткестәренә өлгәшкән: 100 һарыҡтан 150‑гә тиклем бәрәс алынған (1965). БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: П л а т о н о в М. Радость труда //Герои Труда Башкирии: Очерки о Героях Социалистического Труда. Уфа, 1970.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев