ӘМИНЕВА (Ғатауллина) Нәжибә Зәкәриә ҡыҙы (9.12.1945, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Әхмәт а.), шағирә. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1986). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Бүздәк һәм Кушнаренко р‑ндары мәктәптәрендә уҡыта. “Иртә” исемле тәүге фәлсәфәүи‑лирик шиғырҙар йыйынтығы 1981 й. сыға. Ә. шиғриәте хислелеге, дөйөмләштереүҙәр тәрәнлеге м‑н айырыла. “Бәҫле тәлгәштәр” (1985), “Йөрәккә уйҙар уйыла” (1997) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙары – кеше яҙмышы һәм гражданлыҡ бурысы т‑да уйланыуҙар.

Ә ҫ ә р ҙ.: Соенеч бар. Уфа, 2001; Җаным илһамлы чакта. Уфа, 2005; Җитәкләдем тау җилен. Уфа, 2011.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов