ӘМИНЕВА Гөлиә Карам ҡыҙы (1.4. 1959, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Гремучий Ключ а.), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2003), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999). Ә.К.Мәзитованың һеңлеһе. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) “Башкиргражданпроект” проект ин‑тында эшләй. 1984 й. алып Өфө яғыулыҡ‑энер­гетика колледжында: 2000 й. башлап уҡыу‑уҡытыу бүлеге, 2003 й. — Өҫтәлмә белем биреү үҙәге мөдире. 2006 й. алып ӨДНТУ‑ла: Юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү үҙәгендә уҡытыу‑методик эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2017 й. — Ғәмәли квалификациялар үҙәге директоры. Фәнни хеҙмәттәре үҫемлектәрҙеңүҫеүен көйләгестәрҙе, поливинилхлорид өсөн химикат‑өҫтәмәләр, инновацион пед. технологиялар булдырыуға арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Природа и экология Башкортостана — крупнейшего центра ТЭК России. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2006 (авторҙ.); Современные химические средства защиты растений. В 3 т. Т.3. Стимуляторы корнеобразования, адаптанты, ретарданты. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Ә.К.Мәзитова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов