ӘМИНЕВ Рим Фәйзрахман улы (18.6. 1941, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Муса а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (1993), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1989). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1970; К.Ф.Ғәҙелшин курсы) Салауат башҡорт драма театрында эшләй: 2001 й. тиклем һәм 2002—09 йй. актёр, бер үк ваҡытта 1976—77 йй., 1996—97 йй. дир.; 2001 й. дир. урынбаҫары. Ә. соц. характеристика баҙыҡлығы, деталдәр тәьҫирлелеге, киҫкен сатира м‑н айырылып торған сәхнә образдары тыуҙыра: Дамир (“Балаҡайҙарым”, Ә.Ҡ. Атнабаев; дебют, 1970), Иҫәнбай (“Ҡыйыу ҡыҙҙар”, Т.Ғиззәт), Кәрим бай (“Башмағым”), Рамаҙан (“Яр ситендәге йорт”, Н.Ғәйетбай), Абдулла һәм Рәжәп (“Әбейҙәргә ни етмәй”, Ф.М.Бүләков).

Әҙәб.: С а б и т о в М.А. Йылдар үрҙәргә юллата. Салауат башҡорт дәүләт драма театры: очерктар. Өфө, 1993.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова