БАЙМАҠ‑БҮРЕБАЙ СВИТАһЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Ф.И.Ковалёв Баймаҡ ҡ. һәм Хәйбулла р‑ны Бүребай а. тирәһендә ирәндек свитаһы составынан айырып күрһәтә (1948). Ултырмаларҙың тасуирламаһын И.С.Анисимов (1967), М.Ш.Биков (1967), А.А.Захаров (1967), А.М.Косарев (1973), А.И.Кривцов (1970), В.А.Маслов (1993), В.М.Попов (1966), И.Б.Серавкин (1969), П.Ф.Сопко (1983), В.С.Шарфман (1959) һ.б. бирә. Һәр ҡайһыһы бер нисә ҡатламдан торған 2 ярым свитаға бүленә. Аҫҡы свита — базальт, спилит‑вариолит (пиллоу‑базальт) һәм базальт‑дацит, өҫкөһө базальт‑андезибазальт һәм андезибазальт‑андезит‑дацит‑риолит ҡатламдарынан тора. Б.‑б.с. ултырмалары Баймаҡ р‑ны Түбә а. алып Хәйбулла р‑ны Первомайский а. тиклем (оҙонлоғо — 120 км, киңлеге — 16 км тиклем) Таналыҡ й. буйлап һуҙыла. Свитаның йәше — аҫҡы девондың эмсский ярусы. Көнбайышта — Төп Урал һынылышы зонаһының ордовик‑силур комплекстары, көнсығышта Көнбайыш Ирәндек һынылышы буйындағы ирәндек свитаһы м‑н сиктәш. Ирәндек ултырмалары м‑н ҡаплана. Свитаның аҫҡы контакты асылмаған. Өҫкө өлөшө һирәк кремнезёмлы һәм вулканоген ултырма тау тоҡомдары ҡатламдарын үҙ эсенә алған һелте, урта һәм әсе составлы вулканоген тоҡомдарҙан тора. Тоҡомдарҙың төҫө башлыса йәшкелт һоро. Ҡалынлығы — яҡынса 2000 м. Вулканиттарҙың кремнезёмлы ҡатламдарында конодонттар осрай. Свитаға Бүребай, Маҡан, Октябрьский, Юбилейный, Гай (Ырымбур өлк.) алтын‑колчедан полиметалы һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары инә.

Әҙәб.: Серавкин И.Б. Вулканизм и колчеданные месторождения Южного Урала. М., 1986.

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика