ӘМИНЕВ Мәхмүт Шәймәрҙән улы (7.11.1925, Өфө – 27.1.1984, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1949—75 йй. Куйбышев т. юлының Башҡ‑н бүлексәһе Бензин станцияһының вагон депоһында эшләй (1961 й. алып бригадир). Цистерналарҙы нефть м‑н тултырыуға әҙерләүҙең (парға тотоп) прогрессив технологияһын производствоға индергән, был цистерналарҙың әйләнешен һәм улар м‑н нефть эшкәртеү пр‑тиеларын тәьмин итеүҙең һөҙөмтәлелеген байтаҡҡа күтәргән. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1959).

Әҙәб.: Н а й м у ш и н П. На виду у народа //Герои Труда Башкирии: Очерки о Героях Социалистического Труда. Уфа, 1970.

И.Ғәримова, М.Ф.Соболев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов