ӘМИНЕВ Миңлетдин Ғилметдин улы [15.10.1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Һарыш а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 12.8.1969, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Йомағужа а.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армияның 178‑се танк бригадаһы 1159‑сы артиллерия полкы уҡсыһы рядовойы Ә. 1943 й. 21 сент.Киевтан көньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) Йомағужала йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Ә. исеме м‑н Йомағужа, Мораҡ, Һикһәнбай аа. (бөтәһе лә — Күгәрсен р‑ны) һәм Мәләүез ҡ. урамдар аталған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: К а ш и ц В. Солдатские дороги //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин